+9 °С
Болотло
Мәғлүмәт
31 Март , 08:30

Һаҡ булығыҙ — ҡотороҡ сире!

Ҡотороҡ сире – үлемесле ауырыу. Был ауырыуҙың вирусы ме­йене зарарлай. Ул сир кешегә хайуандарҙан улар тырнағанда, тешләгәндә, шайыҡ аша йоға.

Һаҡ булығыҙ — ҡотороҡ сире!Һаҡ булығыҙ — ҡотороҡ сире!
Һаҡ булығыҙ — ҡотороҡ сире!

Хатта берәй таныш булмаған хайуан (вирусты таратыусы) һине ялап алһа ла ауырыу йоғоуы ихтимал! Шуға ла әгәр ҙә таныш булмаған хайуан тешләһә, тырнаһа, яра урынын һабын менән яҡшылап йыуырға һәм, тиҙ арала дауаханаға барып, прививка яһатырға кәрәк.
Йыш ҡына вирусты терпе, бүре, төлкө, ярғанат, хужаһыҙ, прививка яһатылмаған эт һәм бесәйҙәр тарата. Ҡотороҡ сире менән ауырыусы хайуандар ныҡ йыуаш йәки, киреһенсә, үтә агрессив булыуы ихтимал.
Ваҡытында дауаланмаған кешеләрҙең тәне тартыша башлай, һыуҙан ҡурҡалар, агрессив булалар.
Ҡотороҡ сире йоҡмаһын өсөн таныш булмаған, ҡырағай хайуандарға (терпе, те­йен, төлкө һ.б.) яҡын барырға ярамай. Ят эт, бесәйҙәргә яҡынлашма, уларҙы үсектермә. Ә йорт хайуандарына прививка яһатып торорға кәрәк.
Ҡотороҡ ауырыуының инкубация ваҡыты 10 көндән өс айға тиклем һуҙылыуы мөмкин.
Ауырыу йоҡҡандан һуң кешелә ошондай тәүге билдәләре күренә башлай: ҡысындыра, тирләтә, ауыҙ кибә, тешләнгән урында һәм уның тирәһендә ауыртыу барлыҡҡа килә.
Ауырыу аҙғанда һиҙгерлек көсәйә. Ел иҫкәнгә, тауышҡа, сағыу яҡтылыҡҡа бөтә тәндең һелкенеп китеүе, тамаҡ мускулдарының тартылыуы, тын ҡыҫылыуы, бит-йөҙҙә ғазап тойғоһо күренеүе, күҙҙең ҡараһы киңәйеүе, бер нөктәгә текләү күҙәтелә.

Ансар ШӘРИПОВ,
Башҡорт дәүләт аграр университеты клиникаһының ветеринар табибы, ветеринария фәндәре кандидаты.

Автор:
Читайте нас