+4 °С
Болотло
Мәғлүмәт
22 Июль , 02:30

Уңыштары – оҙайлы хеҙмәт емеше

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу уңышлы үтте. 183 уҡыусы берәр имтиханды 100 балға тапшырҙы, 9 уҡыусы икешәр фәндән иң юғары күрһәткескә өлгәште. Былтыр был күрһәткестәр 159 һәм 5 ине.

Уңыштары – оҙайлы хеҙмәт емешеУңыштары – оҙайлы хеҙмәт емеше
Уңыштары – оҙайлы хеҙмәт емеше

Бигерәк тә рус теле, профилле математика буйынса үҫеш ҙур. Быйыл рус теленән 22 кеше, профилле математиканан 14 кеше иң юғары балл алған – былтырғынан дүрт тапҡырға тиерлек күберәк. Физиканан 61 бала 100 балға өлгәшкән – 2025 йылғынан ике тапҡырға күп.
Имтихандарҙы ҡабаттан тапшырыу һөҙөм­тә­һендә был күрһәткестәрҙең артыуы ла ихтимал.
БДИ йомғаҡтары тураһында Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һөйләне.
«Беҙҙә 100 баллылар һәм күп баллылар һаны һиҙелерлек артҡан, уртаса балл да ныҡ үҫкән. Был беҙҙең балаларға бюджет урындарына инеүгә ҙур гарантия бирә. Сығарылыш уҡыусыларына, балаларҙы әҙерләгән бөтә уҡытыусыларға, остаздарға ҙур рәхмәт. Тағы бер тапҡыр әйтәм — һанды сифатҡа әйләндергән оҙайлы хеҙмәт емеше был», — тине оло ҡыуаныс менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

М. ЮЛАЕВА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас