-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2018, 20:27

Радик Юлъяҡшин: «Рәсәйҙең, халыҡтың киләсәге беҙҙән генә тора, дөрөҫ һайларға кәрәк»

Өфөләге Конгресс-холл янындағы майҙанда «Ҡырым яҙы» тигән байрам концерты булды. Сара Ҡырым Республикаһының һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуына дүрт йыл тулыуға арналды. «Рәсәйҙең, халыҡтың киләсәге беҙҙән генә тора, дөрөҫ һайларға кәрәк», — тине унда билдәле йырсы Радик Юлъяҡшин.

Өфөлә Конгресс-холл янындағы майҙанда «Ҡырым яҙы» тип исемләнгән байрам концерты булды. Сара Ҡырым Республикаһының һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуына дүрт йыл тулыуға арналды. Майҙанға йөҙҙәрсә кеше йыйылды, улар араһында йәштәр ҙә байтаҡ ине, күптәр ғаиләләре менән килгән.

Концертта популяр артистар — «Карауан» һәм «Sunrise» төркөмдәре, Zaynetdin этно-проекты һәм меңдәрсә тамашасының кумиры Elvin Grey (Радик Юльякшин) сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ артисы үҙ сығышын «Тыуған тупраҡ тарта» йыры һәм «Ниһайәт, мин тыуған еремдә, дуҫтар!» тигән һүҙҙәр менән башлап ебәрҙе. Ул бер нисә популяр йырын башҡарҙы, тамашасылар ҙа уға ҡушылып йырланы.

«Рәсәйҙең, халыҡтың киләсәге беҙҙән генә тора, дөрөҫ һайларға кәрәк», — тине Радик Юлъяҡшин. Йырсы иртән Әлмәт ҡалаһында тауыш биргән. Артист әйтеүенсә, ул «Ҡырым яҙы» концертында тәүгә сығыш яһамай, ләкин бер тапҡыр ҙа Ҡырымға барғаны юҡ икән.

"Башинформ".

Читайте нас: