“Аманат” журналының март һаны донъя күрҙе. Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе менән таныша торһаҡ, бер ҙә хилаф булмаҫ. Журналды асыу менән сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашып, компьютер отҡан Нуриман районының Иҫке Күл мәктәбе уҡыусыһы Ләйсән Шаһиеваны, фирма сәғәттәрен отоусы Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе уҡыусыһы Сөмбөл Йосопова һәм Ғафури районының Йөҙимән мәктәбе директоры Таңсулпан Рәхмәтуллинаны күрәбеҙ. Саҡмағош районының Яңы Ҡото мәктәбе уҡыусыһы Алина Хөснөтдиноваға ла йәш хәбәрсе танытмаһын, “Аманат”тың Маҡтау билдәһен һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың автографлы китабын ҙур һөйөнөс менән үҙебеҙ тапшырҙыҡ.
“Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт һәм “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләрендә йәш ижадсылар майҙан тота. “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында был юлы - танылған яҙыусы Таңсулпан Ғарипова. “Башҡорт тарихы”нда Азат Юлан башҡорт халҡында борон-борондан затлы металдарҙан алтынға түгел, ә көмөшкә өҫтөнлөк биреүҙәре тураһында бәйән итә. Танылған журналист һәм яҙыусы Рәлис Ураҙғоловтың бала саҡ тураһындағы хикәйәте лә әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңеленә хуш килер, тигән өмөттәбеҙ.
“...Миңә оҡшағаны – ҡурҡаҡ. Мине оҡшатҡаны – тәпәш, ҡылыйгүҙ, йәшкә бәләкәс, әммә батыр... Хәҙер йөрө инде ҡайһыныһын һайлай алмай... Нимә эшләйем икән?” – тип кәңәш һорай “Мәңгелек сер” рубрикаһында Гөлназ исемле ҡыҙ. “Аманат” йондоҙлоғо”нда был юлы – йәш йырсы Гөлназ Асаева. Уның менән һеҙҙе хәбәрсебеҙ Зөбәржәт Яҡупова таныштыра. Йыл буйына интернет-төркөмөбөҙҙә барған “Оҙонсәс” конкурсының да йомғаҡтары бирелгән. Быйылғы еңеүсебеҙ – Көйөргәҙе районының Яҡуп мәктәбенән Айзилә Килмәтова! Уның менән Нурия Әхтәмова апайығыҙ әңгәмәләшә. “Оҙонсәс” артабан да дауам итә! Һеҙҙән оҙон сәсегеҙҙе күрһәтеп төшкән асыҡ, сифатлы фотоһүрәттәр көтөп ҡалабыҙ! “Сәләмәт бул!” рубрикаһында Даян Мәжитов сөннәтләү йәки бабаға ултыртыу тураһында бәйән итә. “Оҫтахана” рубрикаһында Бөрйәндән Миләүшә Ҡасимова ҡурсаҡтар өсөн милли кейемдәр тегеүсе Таңһылыу Мәжитова менән таныштыра.
2010 йылдың сентябрендә ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы яҡлау фонды тырышлығы менән балалар ышаныс телефонының дөйөм Рәсәй номеры барлыҡҡа килгәйне. Ошо хаҡтағы материал да һеҙҙе битараф ҡалдырмаҫ тип уйлайбыҙ. Ҡәҙерле балалар, үҫмерҙәр, ниндәй хәлгә тарыһағыҙ ҙа, нимә борсоһа ла, тартынып тормағыҙ: тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә 8 800 2000 122 һандарын йыйығыҙ.
Әйткәндәй, “Аманат” журналына яҙылырға бер ҡасан да һуң түгел! 1 апрелдән 2018 йылдың 2-се яртыһына яҙылыу башлана.
Бер үк ваҡытта “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” һәм “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” акциялары ла дауам итә.