+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2018, 13:00

“Урман рыцары” булып танылдыҡ!

Ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлау фонды тарафынан “Аманат” журналы редакцияһы коллективына “Урман рыцары” тигән маҡтаулы исем бирелде һәм III дәрәжә диплом тапшырылды.

Республика Ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлау фондының "Урман рыцары" тип аталған XVII конкурсты башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Унда һунар һәм балыҡсылыҡ инспекторҙары, егерҙар, урмансылар, полиция һәм хоҡуҡ яҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, тәбиғәтте һаҡлау ойошмалары вәкилдәре генә түгел, тирә-яҡ мөхит именлегенә битараф булмаған һәр кем ҡатнаша алды.

“Аманат” журналы редакцияһы ла йәнлектәр донъяһын һаҡлау, “йәшел ҡалҡан”ды ҡурсалау кеүек изге эшкә тос ҡына өлөш индереп килә. Миҫал өсөн һәр һанда баҫылып барған “Башҡортостан ҡоштары” һәм “Тәбиғәткә асыҡ тәҙрә” рубрикаларын ғына атап үтеү ҙә етәлер.

Шуны иҫәпкә алып, Ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлау фонды тарафынан “Аманат” журналы редакцияһы коллективына “Урман рыцары” тигән маҡтаулы исем бирелде һәм III дәрәжә диплом тапшырылды. Бүләкте фонд рәйесе, билдәле эшҡыуар, сәйәхәтсе һәм яҙыусы Камил Фәрухша улы Йыһаншиндың ҡулынан бүлек мөхәррире Зөбәржәт Яҡупова ҡабул итте.
Читайте нас: