+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2018, 02:27

“Аманат”тың апрель һанында ниҙәр бар?

“Аманат”тың апрель һаны донъя күрҙе. Әйҙәгеҙ, йөкмәткеһе менән таныша торайыҡ. Журналды асыу менән “Ваҡыт тотҡондары” комиксының (идея һәм һүрәттәр авторы – рәссам Ләйлә Ғаянова) дауамын һәм сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйыны башланыуын күрәбеҙ...

“Аманат”тың апрель һаны донъя күрҙе. Әйҙәгеҙ, йөкмәткеһе менән таныша торайыҡ. Журналды асыу менән “Ваҡыт тотҡондары” комиксының (идея һәм һүрәттәр авторы – рәссам Ләйлә Ғаянова) дауамын һәм сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйыны башланыуын күрәбеҙ. Уйында ҡатнашып, бүләк оторға теләһәгеҙ, 2018 йылдың 2-се яртыһына яҙылып, журналда бирелгән купонды йәки “Аманат”тың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә йәки рәсми сайтында ҡуйылған купонды ҡырҡып йәки баҫтырып алып, тултырып, баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы почта квитанцияһының (абонементының) күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ!

Был купондарҙы, подписка тамамланғас, июль башында лототрон рәүешендә уйнатасаҡбыҙ. Ике планшет һәм “Аманат”тың стена сәғәттәре һеҙҙе көтә! Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән - “Аманат”ҡа!” акциялары башланды. Белорет лицей-интернатының 2-се синыф уҡыусылары икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып та ҡуйған. Һай, афариндар! Башҡаларҙы ла уларҙан өлгө алырға саҡырабыҙ!

“Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт бәйгеһе Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала һәм ике йыл буйына дауам итәсәк. “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында был юлы киң танылған йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин. Меңдәрсә тамашасыларҙың яратҡан йырсыһы, халҡыбыҙҙың данлы улы Радик Мөхәрләм улының бала саҡта нисек булыуы, ниндәй уй-хыялдар менән йәшәүе һеҙгә бик ҡыҙыҡлы тойолор тип уйлайбыҙ.

Белорус яҙыусыһы Алесь Карлюкевичтың “Шубуршун һәм уның дуҫтары” повесынан бирелгән өҙөк тә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе битараф ҡалдырмаҫ. Уны башҡортсаға танылған шағирә Зөлфиә Ханнанова тәржемә иткән. Был һандың тышлығын ғәрәп телен яҡшы белгән, бик күп доғаларҙы һыу кеүек эскән бер туған Мәрйәм һәм Йософ Янбаевтар биҙәй. Улар тураһында мәҡәлә “Һабаҡ” рубрикаһында бирелгән. “Аманат” йондоҙлоғо”нда – йәш йырсы Динар Мансуров. Уның менән хәбәрсебеҙ Зарина Нәзирова әңгәмәләшә.

“Егетлек мәктәбе”ндә баш мөхәррир урынбаҫары Даян Мәжитов лидер булырға теләүселәргә кәңәштәрен еткерә. “Оҫтахана” рубрикаһында ҡурсаҡтар эшләү оҫтаһы Гөлнара апайығыҙ Шахматова һеҙҙе башҡорт ҡурсаҡтарын яһау серҙәренә өйрәтә. Хәбәрсебеҙ Нурия Әхтәмова әҙерләгән “Һынауҙар башлана!” тигән материал тиҙҙән БДИ тапшырырға йыйыныусы ун беренсе синыфтарға тәғәйенләнгән.

Даими авторыбыҙ Илшат Зарипов әҙерләгән материалдар һәр саҡ йыйнаҡ һәм уҡымлы булыуы менән үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә. “Спорт” һәм "Аманат" энциклопедияһы" рубрикаларында бирелгән материалдары был юлы ла бик мауыҡтырғыс. Шулай уҡ “Мәңгелек сер”, “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр", “Мөғжизәле донъя” һ.б. рубрикалар ҙа һеҙгә оҡшар, тип уйлайбыҙ.

Дуҫтар! Артабан да бергә булайыҡ, икенсе ярты йыллыҡта ла “Аманат” журналына дәррәү яҙылайыҡ!

Алты айға яҙылыу хаҡы – 331 һум 92 тин.
Читайте нас: