+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2018, 02:07

Малайҙар мәктәбе менән яҙылды!

Йыл башында уҡ “Яҙыл да бүләк от!” акцияһына ярашлы вәғәҙә ителгән велосипедты Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылынан Ильяс Ғәйфуллин тигән малай отоуын хәбәр иткәйнек. Тәбиғәттең иң гүзәл сағын тура килтереп, аманатыбыҙҙы үтәү маҡсатында аҙна башында шул тарафтарға барып ҡайттыҡ.

Йыл башында уҡ “Яҙыл да бүләк от!” акцияһына ярашлы вәғәҙә ителгән велосипедты Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылынан Ильяс Ғәйфуллин тигән малай отоуын хәбәр иткәйнек. Тәбиғәттең иң гүзәл сағын тура килтереп, аманатыбыҙҙы үтәү маҡсатында аҙна башында шул тарафтарға барып ҡайттыҡ.

Әйткәндәй, Малайҙан Илнар Хәмитов исемле тағы бер малай, “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһында ҡатнашып, шахмат отҡайны. Шуныһы ғәжәп: Ильяс менән бер ғаиләлә тәрбиәләнгән булып сыҡтылар. Улар, баҡһаң, беҙгә рәхмәт йөҙөнән киләһе ярты йыллыҡҡа өс (!) “Аманат” журналына яҙылған: береһе – Ильястың үҙенә, икенсеһе – ҡустыһы Илнарға, өсөнсөһө – “Аманат” журналы редакцияһына берәй балаға бүләк итеү өсөн. Үҙенә күрә күстәнәс инде, башҡорт йолаһы!

Ильясҡа бүләген бөтөн мәктәп алдында тапшырҙыҡ. Ул һөйөнөсөн йәшерә алманы, урамға сыҡҡас, ике тәгәрмәсле “тимер ат”ы менән белем усағы бинаһы тирәләй бер нисә тапҡыр әйләнеп килде. “Яҙыл да бүләк от!” акцияһында уңыш йылмайған малай ҡыуанысынан быға тиклем менеп йөрөгән велосипедын Илнарға бүләк итә һалды.

Мәктәп директоры Ғайса Йосоп улы бер ай элек уҡыусылар араһында “Аманат”ҡа яҙыл да бүләк от!” тигән акция ойоштороп ебәргән икән. Үҙ иҫәбенә бүләктәр ҙә алған: дартс, бадминтон өсөн ҡулайламалар, шахмат... Журналыбыҙҙы алдырыусылар беҙ барған көндө квитанциялары буйынса лототрон уйынында ҡатнашты һәм әлеге бүләктәр иң даланлыларына тәтене.

Төп ваҡиға беҙ килерҙән алда уҡ булған икән: Малай ауылы балалары “Аманат” журналына киләһе ярты йыллыҡҡа тотош мәктәп менән яҙылған! Шулай итеп, велосипед менән шахмат алып барғайныҡ, тағы ла сәғәт тапшырырға бурыслы булып ҡалдыҡ...

Яҡшы кәйефтәрҙе тойоу, шатлыҡлы, ихлас йылмайыулы йөҙҙәр күреү – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Балалар журналыбыҙҙа баҫылған мәҡәләләрҙе йотлоғоп уҡый, һәр һандың килгәнен түҙемһеҙләнеп көтөп ала, уҡытыусылар ҙа уларҙы матбуғат менән дуҫ булырға өндәп, дәртләндереп тора икән, тырышлығыбыҙ бушҡа түгел.
Читайте нас: