+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2018, 02:17

Ниһайәт, йәй! Беҙҙең байрам!

Бөгөн байрам – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Ошо айҡанлы һәр ауылда, ҡалала төрлө кимәлдәге һәм төрлө йүнәлештәге матур саралар ойошторола. Беҙҙә, ғәҙәттә, балалар һабантуйы үткәрәләр.

Бөгөн байрам – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Ошо айҡанлы һәр ауылда, ҡалала төрлө кимәлдәге һәм төрлө йүнәлештәге матур саралар ойошторола. Беҙҙә, ғәҙәттә, балалар һабантуйы үткәрәләр.

Тарихҡа күҙ һалғанда, 1949 йылда Парижда үткән ҡатын-ҡыҙҙар конгресында тыныс тормош өсөн туҡтауһыҙ көрәш алып барырға ант бирелә. Был — йәш быуындың именлеген тәьмин итеүҙең төп юлы, тип билдәләнә. 1950 йылдың 1 июнендә иһә тәүге тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уҙғарыла һәм ул матур йолаға әүерелә.

Байрамдың флагы бар: үҫеште, аһәңде, уңдырышлылыҡты сағылдырған йәшеллек уртаһында Ер шары һүрәтләнгән, уны ҡыҙыл, һары, күк, аҡ, ҡара төҫтәге кеше һындары уратып алған. Был фигуралар төрлөлөктө һәм сабырлыҡты аңлата. Үҙәктәге Ер шары иһә — дөйөм йортобоҙҙоң билдәһе.

Журналыбыҙ исеменән бөтөн балаларҙы, шулай уҡ уларҙың атай-әсәйҙәрен, олатай-өләсәйҙәрен – ғөмүмән, барыһын да – ошо киң мәғәнәле, изге ниәтле байрам менән ихлас тәбрикләйбеҙ! Һәр ҡайһығыҙға шатлыҡ-ҡыуаныстар, уңыштар, ғаилә һәм дуҫлыҡ ныҡлығы, һаулыҡ-сәләмәтлек, тормош именлеге теләйбеҙ.
Читайте нас: