"Аҙна һайын бүләк!" акцияһының һуңғы көндәренә йомғаҡ яһаныҡ һәм Архангел районының Ҡыҫынды ауылынан Гөлдәр Абдуллинаны, Баймаҡ ҡалаһынан Юлиә Алғушаеваны, Белорет ҡалаһынан Лиана Мәжитова, Адель Әмирова һәм Искәндәр Сөләймәновты, Бөрйән районының Аҫҡар ауылынан Муса Айытбаевты, Байназар ауылынан Сәлимә Дәүләтшина менән Ғәзим Ғәлинды, Иҫке Монасип ауылынан Рәүилә Муллағолованы, Әбделмәмбәт ауылынан Рәфилә Мәсәғүтованы, Яңы Усман ауылынан Иштуған Бикбулатов, Урал Мәжитов, Сафуан Ҡаһарманов һәм Рәзинә Муллағолованы, Яуымбай ауылынан Зилиә Ғиззәтуллинаны, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Линара Мәүлитова менән Яҙгөл Ғәлийәнованы, Йылайыр районының Яманһаҙ ауылынан Зарема Таһированы, Көйөргәҙе районының Ҡансыра ауылынан Алтынай Сәйфуллинаны, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылынан Самат Миңләхмәтовты, Малай ауылынан Диана Ҡарманаеваны, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан Ләйлә Ноғаманованы, Рысҡужа ауылынан Гүзәлиә Асҡарованы, Әлшәй районының Торонтайыш ауылынан Данир Хәкимовты еңеүҙәре айҡанлы ҡотлайбыҙ!
Улар, редакция менән бәйләнешкә инеп, журналыбыҙға яҙылыусылар өсөн әҙерләнгән приздарҙың береһен һайлап алырға хоҡуҡлы.
Белеүегеҙсә, быға тиклем Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Әлфиә Фәйзуллина, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Эльвира Ғәлина, Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Мөнирә Ғәзизова, Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылынан Илнар Хәмитов, Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылынан Заһиҙә Рәжәпова, Баймаҡ районының Ярат ауылынан Дилара Йәнбирҙина менән Вилүрә Әхмәтова, Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан Баязит Мәжитов менән Сулпан Йосопова бүләктәр отҡайны.
Акцияла балаларҙың был тиклем дә һүлпән ҡатнашырын көтмәгәс, приздарҙы мул әҙерләгән инек. Арттырып ҡалдыра торған ғәҙәтебеҙ юҡ, шуға ла квитанцияһының күсермәһен “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһына” тип ебәргәндәрҙән бер кемде лә бүләктән мәхрүм итмәҫкә ҡарар ҡылдыҡ (“Яҙыл да бүләк от!” акцияһы менән бутамауығыҙҙы үтенәбеҙ).
Кемдер киләһе ярты йыллыҡты ҡайғыртып өлгөрмәгән икән, һис тә бошонмаһын. Әгәр 20 июлгә тиклем почта бүлексәһенә барып, 2018 йылдың ҡалған 5 айына яҙылһағыҙ, журнал һеҙгә августан килә башлар.
Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ!
“Аманат”ҡа яҙылыу бер ваҡытта ла һуң түгел!
P.S. Журналға бөтөн почта бүлексәләрендә лә, шулай уҡ RBSMI.RU сайты аша, аҡсаны электрон юл менән күсереп, яҙылырға мөмкин.
Шул уҡ RBSMI.RU сайты уҡыусыларға журналдың электрон вариантын алдырыу мөмкинлеген тәҡдим итә.