+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2018, 17:50

Журналға яҙылыусыларҙы бүләктәр көтә!

Ҡәҙерле дуҫтар! Яңы уҡыу йылы менән бергә матбуғатҡа яҙылыуҙың яңы осоро ла башланды. Ғәҙәттәгесә, журналыбыҙға тоғроларҙы һәм “Аманат” менән тәүге тапҡыр бәйләнешкә инеүселәрҙе дәртләндереү маҡсатындағы "Аҙна һайын бүләк!" акцияһын иғлан итәбеҙ.

Ҡәҙерле дуҫтар! Яңы уҡыу йылы менән бергә матбуғатҡа яҙылыуҙың яңы осоро ла башланды. Ғәҙәттәгесә, журналыбыҙға тоғроларҙы һәм “Аманат” менән тәүге тапҡыр бәйләнешкә инеүселәрҙе дәртләндереү маҡсатындағы "Аҙна һайын бүләк!" акцияһын иғлан итәбеҙ.

Шарттары шулай: почта бүлексәһенә барып, 2019 йылдың беренсе яртыһы өсөн “Аманат”ҡа яҙылғас, квитанцияғыҙҙы фотоға төшөрәһегеҙ йәки cканер аша үткәрәһегеҙ ҙә “Бәйләнештә” (vk.com) сайтындағы беҙҙең “Аманат” балалар журналы” төркөмөнә (https://vk.com/topic-41010454_32616782 һылтанмаһы буйынса) йә булмаһа [email protected] электрон адресына ебәрәһегеҙ. Ксерокс ярҙамында эшләнгән күсермә лә бара, тик уны конвертҡа һалып, тышына “450001, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2-се йорт, “Аманат” журналы редакцияһына” тип яҙып, почта аша оҙатырға тура киләсәк.

Аҙна һайын һеҙҙең квитанциялар буйынса йәрәбә ойоштороп, акцияның бүләктәрен отторабыҙ. Еңеүселәр, редакция менән бәйләнешкә инеп, журналыбыҙға яҙылыусылар өсөн әҙерләнгән приздарҙың береһен һайлап алырға хоҡуҡлы.

“Аманат” журналына 2019 йылдың беренсе яртыһы өсөн яҙылған һәр кем ҡатнаша ала был акцияла. Ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тоторға мөмкин: бүләк отоп ҡыуанырһығыҙ, журнал уҡып һөйөнөрһөгөҙ...

Дүшәмбе һайын бер аҙналыҡҡа йомғаҡ яһала.

"АҘНА ҺАЙЫН БҮЛӘК!"ТЕҢ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕН ОШО ТӨРКӨМ АША ИҒЛАН ИТЕП БАРАБЫҘ.

Әгәр квитанцияғыҙ бар икән, ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ!

Ә инде булмаһа, ПОЧТА бүлексәһенә АШЫҒЫҒЫҘ!

P.S. Журналға бөтөн почта бүлексәләрендә лә, шулай уҡ RBSMI.RU сайты аша, аҡсаны электрон юл менән күсереп, яҙылырға мөмкин. Шул уҡ RBSMI.RU сайты уҡыусыларға журналдың электрон вариантын алдырыу мөмкинлеген тәҡдим итә.
Читайте нас: