+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь 2018, 02:00

“Аманат” журналының октябрь һанында ниҙәр бар?

“Аманат” журналының октябрь һаны нимәләр менән ҡыуандыра икән? Әйҙәгеҙ, ҡыҫҡаса танышып алайыҡ.

“Аманат” журналының октябрь һаны нимәләр менән ҡыуандыра икән? Әйҙәгеҙ, ҡыҫҡаса танышып алайыҡ.

Белеүегеҙсә, журналдың дуҫтары, редакция үткәргән күп уйын һәм конкурстарҙа ҡатнашып, бүләк отоу мөмкинлегенә эйә. Был һанда ла 2018 йылдың икенсе яртыһына яҙылыусылар араһында ойошторолған “Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүселәрен күрәбеҙ. Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Динислам Вәхитовҡа “Аманат”тың фирма сәғәтен өйөнә үк илтеп бирһәк, Мәләүез районының Нөгөш ауылынан Рамаҙан Ғәббәсов бүләген үҙе редакцияға инеп алды.

“Аманат”тың иң күп дуҫтары ҡайҙа йәшәгәнен беләһегеҙме? Бөрйән районының Яңы Усман ауылында! Улар 2018 йылдың икенсе яртыһына бөтөн мәктәп менән яҙылып, “Аманат”тың стена сәғәтенә лайыҡ булды. Бынан тыш, һәр синыфҡа, шулай уҡ уларҙың етәкселәренә, китапхана һәм почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә Маҡтау билдәләре, Рәхмәт кәлимәләрен тапшырҙыҡ.

“Тиҫтерҙәрең ижады” рубрикаһында “Башҡортостан беҙҙә башлана” шиғриәт һәм “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһендә ҡатнашыусылар майҙан тота.

“Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында был юлы - һәләтле актриса Гөлшат Ғайсина. Уның менән Нурия Әхтәмова әңгәмәләшә.

“Башҡорт тарихы”нда тарихсы Азат Юлан башҡорт ир-егеттәренең баш кейеме тураһында бәйән итә.

Әҙәби һөйөүсе дуҫтарыбыҙға Миңзәлә Хәлилованың “Ысын дуҫ” тигән хикәйәһе бик оҡшар, тигән фекерҙәбеҙ.

“Сәләмәт бул!” рубрикаһында Зөбәржәт Яҡупова һалыуҙың киҙеүҙән нимәһе менән айырылыуы хаҡында һөйләй һәм “Аманат” йондоҙлоғо”нда билдәле Заһир Зәйнетдинов менән әңгәмәләшә.

Һоумскулинг... Ул нимәнән ғибәрәт? Был турала Даян Мәжитовтың мәҡәләһен уҡығас белерһегеҙ.

“Беҙҙең журнал тышында” - “Дарман” өлгөлө бейеү ансамбле. Даны бар Башҡортостанға таралған был коллектив менән Миңлегөл Тайсина таныштыра.

Шулай уҡ “Ай, һылыу!”, “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр”, “Тәбиғәткә – асыҡ тәҙрә”, “Мөғжизәле донъя”, “Аманат” энциклопедияһы”, “Һабаҡ” һ.б. рубрикалар урын алған.
Читайте нас: