-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2018, 02:30

“Аманат”ҡа яҙылыусылар һәр ваҡыт ни булһа ла ота

“Аманат” журналына яҙылыусылар һәр ваҡыт нимә лә булһа ота. Беҙҙең уҡыусылар араһында ойошторолған төрлө конкурстарҙың тиҫтәнән ашыу икәнлеген әйтеү генә лә етәлер. Бынан тыш, баҫмабыҙға тоғролоҡ һаҡлағандарға “Аманат” дискотекаһы”, “Аманат” квесты” һымаҡ саралар ҙа тәтей.

“Аманат”ҡа яҙылыу өсөн сәбәптәр ныҡ күп. Шуларҙың бер нисәүһен, әйҙә, атап үтәйек:

1. Йөкмәткеле булыуына ҡарамаҫтан, бик арзан баҫма – ярты йылға ни бары 338 һум да 40 тин түләйһең.

2. Ижади конкурстарҙа ҡатнашып, бүләктәр отаһың (шиғриәт, сәсмә әҫәрҙәр, фотолар, һүрәттәр һ.б. буйынса).

3. Бүтән төрлө конкурстарҙа еңеү мөмкинлеге бар (“Ай, һылыу!”, “Оҙонсәс”, “Оҫтахана” һ.б.).

4. Яҙылған өсөн генә лә ҡиммәтле бүләк (компьютер, велосипед, планшет) ота алаһың (“Яҙыл да бүләк от!”, “Аҙна һайын – бүләк!” һ.б.).

5. Дәррәү яҙылған өсөн Маҡтау билдәһе, иҫтәлекле бүләк (мәҫәлән, “Аманат”тың стена сәғәте) алырға, эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығындағы концерт-дискотекала күңел асырға була.

6. “Аманат” балалар журналы” төркөмөндәге ҡыҫҡа ваҡытлы конкурстарҙа көс һынашһаң, һирәк осраған китап, милли кейемдәге ҡурсаҡ һ.б. бүләктәр отоуың ихтимал.

7. Журналды яратып уҡып, уға үҙеңдең яҙмаларыңды йыш ебәреп торһаң, “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе” тигән танытма бирәләр.

Әлбиттә, тағы ла бихисап сәбәп бар, һанап тормайыҡ.

Ә бына журналыбыҙҙы алдырмағандар, ошо юлдарҙы уҡығас, нимәнән мәхрүм ҡаласағы тураһында уйланыр, тигән өмөттәбеҙ.

Шулай ул: яҙылғандар ота, ә яҙылмағандар аҙаҡ сәсен йолҡа.


Йыл аҙағына тиклем почта бүлексәһенә барып,

“Аманат”ҡа тоғролоғоғоҙҙо иҫбатлап өлгөрөгөҙ!

Бүләктәр күп, улар һеҙҙе көтә!

Читайте нас: