Киләһе йылдың беренсе яртыһына "Аманат" журналына альтернатив яҙылыуҙы Өфөләге мәктәптәр араһынан Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы башлап ебәрҙе. Күптән түгел унда "Аманат" квесы үтте.
Командалар дүрт этапта көс һынашты. Уҡыусылар отҡорлоҡта, зирәклектә генә түгел, йыр-бейеүҙә лә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Шулай итеп, "Аманат" журналы квесының гран-прийына, йәғни кубокка 6-сы "В" синыфы лайыҡ булды. Беренсе урынды 5-се "В" менән 6-сы "Б" яулаһа, икенсе урында - 5-се"А", өсөнсөлә - 6-сы "А".
Квесты ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гүзәл Радик ҡыҙы Иманғоловаға, вожатый Диана Долорес ҡыҙы Шөғәйеповаға һәм БДПУ студенткаһы Зарина Салауат ҡыҙы Менәүероваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!