+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2018, 14:05

"Аманат" журналының тағы бер еңеүе

"Аманат" журналы "Республика намыҫы өсөн" фестивале конкурсында еңеүсе булды

Ошо көндәрҙә Өфөләге "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Республика намыҫы өсөн" фестиваль-конкурсының гала-концерты үтте.

Хеҙмәт кешеһен данлауҙы, инновацион алымдарҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған бәйге "2016 - 2020 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү" дәүләт программаһына ярашлы ойошторола.

Киләһе йылдың мартында үҙенең 90 йәшен билдәләргә йыйынған, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләгән "Аманат" журналы "Республика намыҫы өсөн" фестивале конкурсының еңеүсеһе булды.


Читайте нас: