-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2018, 04:56

“Аманат” журналының ноябрь һаны ниҙәр менән һөйөндөрөр?

“Аманат” журналының ноябрь һаны нимәләр менән ҡыуандыра икән? Булмаһа, таныша торайыҡ.

“Аманат” журналының ноябрь һаны нимәләр менән ҡыуандыра икән? Булмаһа, таныша торайыҡ.

Журналды асыу менән Бишбүләк районының Һарайлы-мең ырыуына ҡараған Айыт ауылы мәктәбендә үткән әҙәби саранан мәҡәләне һәм “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына ҡушылыусы синыфтарҙы күрәбеҙ.

“Тиҫтерҙәрең ижады” рубрикаһында “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт һәм “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһендә ҡатнашыусылар майҙан тота.

“Билдәле шәхестәрҙең бала сағы”нда – Гөлназ Ҡолһарина. Уның менән хәбәрсебеҙ Нурия Әхтәмова әңгәмәләшә.

Хәбәрсебеҙ Зөбәржәт Яҡупованың Башҡортостан Юғары суды судьяһы Марина Хомечко менән ҡорған әңгәмәһе бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тигән фекерҙәбеҙ.

“Башҡорт тарихы”нда тарихсы Азат Юлан дәүләтебеҙҙең символдары – герб һәм гимн тураһында бәйән итә.

“Аманат” йондоҙлоғо”нда был юлы – Тимур Рамаҙан. Уның менән Зарина Бағышаева таныштыра. Шулай уҡ Зарина апайығыҙҙың мәктәп сәхнәһе өсөн Яңы йыл сценарийы ла бирелгән.

“...Икенсе төшө бер аҙна самаһы үткәс керҙе, шикелле. Донъя тик аҡ төҫтә генә, имеш...” Был юлдар Аэлита Илһамованың “Төш йәки фәрештәнән ябай ер ҡыҙы” мәҡәләһенән.

Яҙыусы Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнованың “Любизар һүҙе нимә аңлата?” тигән әҫәре лә әҙәбиәт һөйөүселәр зауығына тап килер, тигән өмөттәбеҙ.

Шулай уҡ “Хат-хәбәр”, “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр”, “Исемең матур! Кем ҡушҡан?”, “Аманат” энциклопедияһы”, “Мөғжизәле донъя” һ.б. рубрикалар урын алған.

Дуҫтар! “Аманат”ҡа яҙылыу 25 декабргә тиклем дауам итә. 6 айға яҙылыу хаҡы – 338 һум 40 тин.

Бергә булдыҡ, артабан да бергә булайыҡ!
Читайте нас: