+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2018, 12:59

Радик Юлъяҡшинды Туҡай премияһына тәҡдим итмәкселәр

Башҡалар миллионлап аҡса, күп ваҡыт сарыф итеп тә эшләй алмағанды Радик тиҙ арала яңғыҙы атҡара

Татарстанда “Радик Юлъяҡшинға татар телен һаҡлауға индергән өлөшө өсөн Ғабдулла Туҡай исемендәге премияны бирергә кәрәк” тигән тәҡдим яңғыраған.

“Татар-информ” агентлығының баш мөхәррире Рәмис Латипов яҙыуынса, Радик бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡалар миллиондарса һум аҡса, шаҡтай күп ваҡыт сарыф итеп тә өлгәшә алмағанды атҡарып сыҡты: уның концерттарынан һуң кешеләр урамдарҙа, транспортта туған телендә һөйләшеүҙән, хатта йырлауҙан тартынмай.

“Концерт мәлендә “Ай, былбылым”, “Уфтанма” һымаҡ милли хиттарҙы артисҡа ҡушылып йырлап ултыралар. Татар телен дә онотмағандар, йыр һүҙҙәрен дә беләләр. Ә беҙ, телебеҙ бөтөүгә табан бара, тип, борсолған булабыҙ”, – тип яҙа Рәмис Латипов.

Мәғлүм булыуынса, 1 декабрҙә Радик Юлъяҡшиндың “Татнефть-Арена”лағы концертына 9 меңдән ашыу тамашасы килгән. Был – татар эстрадаһында рекорд. Әйткәндәй, былтыр яҡташыбыҙ “Өфө-Арена”ла 8 мең кешене йыйғайны.

8 декабрҙә “Өфө-Арена”ла Радик Юлъяҡшиндың сираттағы концерты үтәсәк. Нисек уйлайһығыҙ: тамашасыларға урын етерме?
Читайте нас: