+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2018, 15:32

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

Мөрәжәғәтнамә менән таныштырыу тәүге тапҡыр «Торатау» конгресс-холында уҙа

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров иртәгә, 18 декабрҙә, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай алдында үҙенең тәүге Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаясаҡ.

Мөрәжәғәтнамә менән таныштырыу тәүге тапҡыр «Торатау» конгресс-холында уҙа. Дәүләт Йыйылышы депутаттарынан тыш, унда дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, предприятиелар етәкселәре, ижтимағи һәм дини ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша. Быйылғы мөрәжәғәтнамәнең яңылығы шунда: Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса тантанала хеҙмәттә һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә танылыу алған яҡташтарыбыҙ ҡатнаша.

Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Башҡортостан 24», «Спутник ҒМ», «Юлдаш» радиостанциялары алып бара. Шулай уҡ bash.news сайтында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Новости Республики Башкортостан и Уфы (БСТ)» берләшмәһендә интернет-трансляция ойошторола.

Төбәк үҫеше буйынса стратегик йүнәлештәр билдәләнгән документ менән таныштырыуҙың тура трансляцияһы 18 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Читайте нас: