+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2018, 13:51

Нимә ул “кәләпүш”, йәки “Аманат”тың декабрь һанына күҙәтеү

"Аманат"тың сираттағы сығарылышында байтаҡ конкурстарҙың йомғаҡтары бирелгән...

Аллаһ бойорһа, ниһайәт, бер-нисә көндән Яңы 2019 йылға аяҡ баҫабыҙ. Әлегә үтеп барған йылға һығымта яһайбыҙ, уңыштарыбыҙҙы иҫләп, дәртләнәбеҙ, әллә ни “бешмәгән” осраҡтарҙы уйлап, алға тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуябыҙ.

“Аманат” журналы мөхәрририәте лә геү килеп Яңы йылға әҙерләнә. Ни өсөн тигәндә, йыл аҙағында беҙ конкурс-уйындарҙа ҡатнашҡан әүҙем уҡыусыларыбыҙҙы маҡтау билдәләре, иҫтәлекле бүләктәр менән ҡотларға ашығабыҙ. Өлгөрөргә кәрәк! Конкурстарыбыҙҙа еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, “Бөтөн синыф менән Аманат”ҡа!” акцияһына ҡушылып, журналға тоғролоғон иҫбатлаған синыфтарға, яҙылыуҙы ойошторған уҡытыусы, тәрбиәселәргә лә ҙур итеп рәхмәт белдерәбеҙ.

Һеҙҙең берәй ваҡыт ныҡ оялсан актер күргәнегеҙ бармы? Юҡмы ни?! Бар ул ундайҙар! Бына мәҫәлән Хәким Мортазин. Эйе-эйе, яңылышмайһығыҙ, тап үҙе! Хәким ағайығыҙҙың нисек итеп оялсан ғына малайҙан Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры булып китеүе тураһында “Билдәле шәхестәрҙың бала сағы” рубрикаһында уҡырһығыҙ.

Белеп торабыҙ, күптәрегеҙ журналды ҡулға алғас та, ҡыҙыҡлы хикәйә, йәки повесть баҫылғанмы-юҡмы икәнлеген ҡарап сыға. Иҫләһәгеҙ, ноябрь һанында Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнованың “Любизар һүҙе нимә аңлата?” повесының башы бирелгәйне. Был һанда ла сығарылыш синыфы уҡыусыһы Биктимерҙең мажаралары тураһындағы мауыҡтырғыс әҫәрҙең дауамы һеҙгә бик оҡшар, тип уйлайбыҙ.

Дуҫтар, тарихсы Азат ағайығыҙ башҡорт ҡыҙҙарының матурлыҡ серҙәрен асҡан! Хикмәт ниҙә, тиһәгеҙ, яуап бирәбеҙ: таҡыяла! Ысын, борон ҡатын-ҡыҙҙар ҡашмауҙан тыш тағы әллә күпме төрлө баш кейемен кейгән икән. Ҡалпаҡ, таҫтар, кәләпүш... Улары нисек була, тиһәгеҙ, “Аманат”ты уҡығыҙ.

2019 йыл Көнсығыш календары буйынса Ҡабан (Хынзыр) йылы тип иҫәпләнә. Етеп килгән Яңы йыл байрамын күҙаллап, журналыбыҙҙа Ҡабан йылы тураһында фаразлауҙар, һынамыштар урын алды, әүҙем уҡыусыбыҙ Нурулла ағай Миһранов төҙөгән чайнворд та уға йәм өҫтәп ебәрҙе. Йәм тигәс тә, байрам кәйефе булһын өсөн, өйҙө лә биҙәргә кәрәк бит әле. Тиҫтерҙәребеҙ “Оҫтахана” рубрикаһында ябай теш пастаһынан тәҙрәгә тылсымлы биҙәктәр яһау серҙәре, байрам өҫтәленә тәмле печенье рецебы менән бүлешә.

Дуҫтар! Етеп килгән Яңы йыл һәр кемгә ҡоростай һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ алып килһен!
Читайте нас: