+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2018, 15:42

Конкурстар дауам итә!

Аҡъюлай – 2019 йылдың беренсе яртыһына "Аманат" журналына яҙылыуҙың иң ҡыҙған мәле. Яңы йыл алдынан үҙегеҙгә лә, ҡусты-һеңлеләрегеҙгә лә шәп бүләк әҙерләп ҡуйығыҙ әле. Республикала берҙән-бер баҫма - үҫмер балалар өсөн сыҡҡан журналды алдырып уҡыу – мәктәп уҡыусыһы өсөн ошонан да ҙур ҡыуаныс бармы икән? “Аманат” – мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, приздар отоу мөмкинлеге лә бит.

Быйыл йыл әйләнәһенә журналыбыҙҙа барған конкурстар киләһе Яңы йылда ла дауам итә. Улар тураһында ла һөйләп үтәйек әле. Ҡәләм тибрәтеүсе йәш дуҫтарыбыҙ өсөн “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт бәйгеһе менән “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр конкурсы ойошторолһа, фото сәнғәте менән мауығыусылар араһында “Күҙ менән ҡаш араһы” фотконкурсы үткәрелә. “Мин донъяны һүрәтләйем” рәсемдәр конкурсына һүрәттәрегеҙҙе, ә “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр” конкурсына һеҙ йәшәгән ҡалала, йәки ауылығыҙҙағы игеҙәктәр тураһында ҡыҙыҡлы мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ. Киләһе йыл һылыу ҡыҙҙарыбыҙ араһында барған “Ай, һылыу!” конкурсы ла дауам итәсәк. “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙә “Оҙонсәс” - оҙон толомло һылыуҙар конкурсы, шулай уҡ оҫта ҡуллы, төрлө һөнәргә эйә ҡыҙҙар-малайҙар өсөн “Оҫтахана” конкурсына ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле ҡул эштәре тураһында яҙып ебәрегеҙ.
Журнал уҡыусыларыбыҙҙың иң яратҡан лотереяһы – “Яҙыл да, бүләк от!” уйынының шарттары ябай: журнал битендә сыҡҡан купонды ҡырҡып, йәки “Бәйләнештә” сайтындағыһын баҫтырып сығарып, тултырып, яҙылыу тураһындағы квитанцияның (абонементтың) күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк.
Яҙылыу кампанияһы Аҡъюлайҙың 28-е тамамланырға тейеш булһа ла, ул Һыуығайҙың 15-се көнөнә тиклем оҙайтыла. Был осраҡта журнал яҙылған айҙан түгел, ә киләһе айҙан ғына килә башлаясаҡ. Кем дә кем ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында журналға Яңы йылға тиклем яҙылып өлгөрмәгән, почта бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Шулай ҙа, ҡалған эшкә ҡар яуа тигәндәй (бына бит туған телдең тапҡырлығы, көн ҡаҙағына һуғып тора ла инде был мәҡәл!), "Аманат"ҡа быйыл яҙылып ҡалыу күпкә отошлораҡ булыр ине. Беренсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы - 338 һум да 40 тин, ә тотош йылға - 605 һум да 57 тин. Беҙҙең индекс 73317.
Читайте нас: