Декабрь башында сығарылыш класс уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханына инеү хоҡуғын биргән йомғаҡлау иншаһын яҙғайны. Һөҙөмтәлә уҡыусыларҙың 99,4 проценты һынауҙы уңышлы үткән, 113-е “незачет” билдәһе алған, 117 бала килмәгән.
Мотлаҡ һынауҙы республиканың 879 мәктәбендә 18 мең ярымдан ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы тапшырҙы. Уларҙың араһында 407 бала ижади эште изложение формаһында яҙған.
Эксперттар иншаны баһалағанда тәү сиратта уның күләме һәм үҙаллы яҙыу талаптарын үтәү, һайлаған теманы асыу, фекерҙе раҫлай һәм әҙәби материалды нигеҙле йәлеп итә белеүҙе иҫәпкә алды.
Йомғаҡлау иншаһының һөҙөмтәһе юғары уҡыу йорттарына ҡабул ителгәндә лә ҙур роль уйнай. Эште башҡара алмағандар киләһе йылдың 6 февралендә йәки 8 майында уны ҡабаттан яҙа ала.