+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ғинуар 2019, 15:06

Иғтибар, яңы конкурс!

Ниһайәт, 2019 йылға ла аяҡ баҫтыҡ. Яңы йыл, өҫтәлдә - татлы мандариндар, өй түрен ҡупшы шыршы биҙәй, ә беҙ һуң, беҙ ни тиклем бәхетле! Ҡышҡы каникул бит!

Ниһайәт, 2019 йылға ла аяҡ баҫтыҡ. Яңы йыл, өҫтәлдә - татлы мандариндар, өй түрен ҡупшы шыршы биҙәй, ә беҙ һуң, беҙ ни тиклем бәхетле! Ҡышҡы каникул бит! Ике аҙна эсендә рәхәтләнеп ял итергә, атай-әсәйҙәргә ярҙам итешергә, сана, саңғы шыуырға, көҙгө кеүек ялтырап ятҡан боҙ майҙансыҡта конькиҙа елергә – һанай китһәң, әллә күпме эш ҡыйратып ташларға була! Ҡышҡы оҙон кистәрҙә һүрәт төшөрөргә, шиғыр, хикәйә ижад итергә лә ваҡыт ҡала. Моғайын, арабыҙҙа шәп фотографтар ҙа барҙыр?
Һеҙҙең таланттарығыҙҙы күҙ уңында тотоп, "Аманат" журналы "Мөғжизәле был миҙгел" тип аталған ике номинациянан торған ижади конкурс иғлан итә. “Иң шәп хикәйә” номинацияһының шарттары ошолай: ҡышҡы каникул, шыршы байрамы, уҡыусы балалар тураһында хикәйә уйлап сығарып, беҙгә ебәрегеҙ.
“Хәтәр шәп кадр!” номинацияһында ҡатнашыу өсөн ҡыш, Яңы йыл, каникул менән бәйле ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәр ебәрегеҙ. Шыршы байрамында кейгән костюмда төшкән фотолар һалһағыҙ ҙа була. Конкурста селфи-фото авторҙары ҡатнашмай.
Конкурс “Аманат”тың “Бәйләнештә”ге асыҡ төркөмөндә (vk.com/amanatrb) алып барыла, ә ижади эштәрҙең иң оригиналь, ҡыҙыҡлы, уңышлы тип һаналғандарын баһалама комиссияһы һайлап алып, 17 ғинуар көнө иғлан итәсәк. Әйткәндәй, уларға билдәле йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов ағайығыҙ ҙа баһа ҡуясаҡ һәм 1-се урын яулаусыларға уның “Урам балалары” автографлы китабы һәм “Аманат” журналының “Маҡтау билдәһе” бүләк ителә.
Читайте нас: