+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2019, 18:10

Еңеүселәрҙе тәбрикләйбеҙ!

Ике аҙна буйы барған интернет-конкурста уҡыусыларыбыҙ бик әүҙем ҡатнашты. Ҡайһы берәүҙәр унлаған, ун бишләгән фото төшөрөп һалған. Конкурс шарттары буйынса ике номинация ғына булһа ла, беҙ тағы берәүҙе өҫтәнек...

“Аманат” журналының “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә “Мөғжизәле был миҙгел” интернет-конкурсына эштәр күп килде. Фотоһүрәттәр бөтәһе лә шул тиклем ҡыҙыҡлы, шул тиклем күп – бөтәһе 290 фото! Еңеүсене билдәләү биииик ауырға төштө. Шулай ҙа күмәкләшеп уйлағас, “Хәтәр шәп кадр!” номинацияһында Йылайыр районы Һабыр ауылынан Солтанғужина Көнһылыуҙың фотоһүрәтенә беренсе урын бирергә булдыҡ. Ҡупшы шыршы фонында буйы үҙе хәтлем бесәйҙе ҡосаҡлап төшкән малай бик ирмәк тойолдо беҙгә.
Ә “Иң шәп хикәйә” номинацияһына ни бары алты ижади эш килде. Уларҙы ла беҙ Айгиз ағайығыҙ менән ҡарап сыҡтыҡ та, башҡаларҙан айырылып торған, оригиналь хикәйәгә беренсе урын бирҙек. “Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ” тип аталған хикәйәне Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбенең 6-сы синыфы уҡыусыһы Әлмирә Ҡаҙаҡбаева яҙған.
Ике аҙна буйы барған интернет-конкурста уҡыусыларыбыҙ бик әүҙем ҡатнашты. Ҡайһы берәүҙәр унлаған, ун бишләгән фото төшөрөп һалған. Конкурс шарттары буйынса ике номинация ғына булһа ла, беҙ: “Әйҙә, Яңы йыл мөғжизәһе булһын!” – тинек тә, иң күп фотоһүрәт ебәргән ҡатнашыусыны ла билдәләп үтергә булдыҡ. Һәм бына ул – 79 фотоһүрәт авторы, Баймаҡ районының Билал ауылынан Наҙгөл Күсәрбаева!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм уларға “Аманат”журналының Маҡтау билдәһе менән Айгиз Баймөхәмәтовтың автографлы “Урам балалары” китабы бүләк ителә.
Әйткәндәй, фотоларҙы беҙ “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙә айырым альбомға һалдыҡ. Бына уға һылтанма – https://vk.com/album-41010454_258493602.

Афарин, дуҫтар! Гел шулай әүҙем, берҙәм булығыҙ!

Читайте нас: