Урал Аръяғының баш ҡалаһы һаналған Сибайҙы тетрәткән ғәҙәттән тыш хәл республика ҡунаҡтарын да битараф ҡалдырманы. Үткән аҙнала Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксенов Сибайҙа йәшәүсе 500 балаға йүнәлтмә бирергә тәҡдим итте. Был йүнәлтмә уларға диңгеҙ буйында бушлай ял итеү мөмкинлеге бирәсәк.
Башҡортостан башлығын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә: “Ҡырым башлығы Сергей Аксенов Сибайҙан 500 баланы ял йорттарына саҡырып, ҙур эш эшләне. Әммә халыҡтың ышанмауы, барыбер “блатной” етәкселәрҙең балалары ҡына барасаҡ, тип социаль селтәрҙәрҙә шау-шыу күтәреүе асыуға тейә. Беҙ иң тәүҙә медицина күҙлегенән сығып эш итәсәкбеҙ – ағыулы һауанан зыян күреүсе балалар араһында төрлөһө – ярлы ғаиләнән дә, бай ғаиләнән дә бар. Улар араһында чиновник балалары ла (улар ҙа бала бит!!!) булыуы мөмкин,” – тип яҙғайны.