+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2019, 18:36

Рамаҙан атлы егет Радий Хәбиров менән йәнә күреште

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров: "Бөгөн мин Әбйәлилдә. Юл ыңғайы үҙемдең танышыма - Рамаҙан атлы егеткә инеп сыҡмайынса булдырманым. Октябрь айында беҙ уның менән фотоға төшкәйнек, иҫләйһегеҙме?"

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Әбйәлил районына эш сәфәре менән барҙы.

Ул "Бәйләнештә" сайтындағы үҙенең сәхифәһендә: "Бөгөн мин Әбйәлилдә. Юл ыңғайы үҙемдең танышыма - Рамаҙан атлы егеткә инеп сыҡмайынса булдырманым. Октябрь айында беҙ уның менән фотоға төшкәйнек, иҫләйһегеҙме? Әле шул шәп егеткә һәм уның һеңлеһе Иридаға бүләктәр алып килдем, ата-әсәһе менән дә таныштым. Әлиә менән Радмир Өфөлә уҡыған саҡтарында танышҡан, өс йыл элек Әбйәлил районының Йәнекәй ауылына күсеп ҡайтҡандар. Әлиә күрше Мораҡай ауылында башланғыс синыфтар уҡыусыһы булып эшләй, ә Радмир шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Шундай яҡшы, ябай ғаиләләргә ярҙам итке килә. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итәсәкмен дә", - тип яҙҙы.


Читайте нас: