+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2019, 20:24

“Аманат” журналының 1-се һанына күҙәтеү

2019 йылдың тәүге һанында ниҙәр бар икән? Журналдар почта йәшниктәренә барып етмәгән әле, ә тиҙерәк шуны белге килә бит! Сер итеп һаҡларға уйлағайныҡ, булмай икән шул – һөйөнсөлө хәбәрҙәр күңелде ҡытыҡлап тик тора. Әйҙәгеҙ, булмаһа был һанда ниндәй ҡыҙыҡлы мәҡәләләр көтә икәнен ҡарап үтәйек.

2019 йылдың тәүге һанында ниҙәр бар икән? Журналдар почта йәшниктәренә барып етмәгән әле, ә тиҙерәк шуны белге килә бит! Сер итеп һаҡларға уйлағайныҡ, булмай икән шул – һөйөнсөлө хәбәрҙәр күңелде ҡытыҡлап тик тора. Әйҙәгеҙ, булмаһа был һанда ниндәй ҡыҙыҡлы мәҡәләләр көтә икәнен ҡарап үтәйек.
“Яҙыл да бүләк от!” уйынындағы “Аманат”ың сәпитен кем отто икән? Ошо һорау күптәрҙең башынан сыҡмайҙыр инде, шулаймы? Ә беҙ беләбеҙ, үәт! 23 тиҙлекле “тимер ат”ты менеү бәхете әлеге лә баяғы – журналды күүүүүп итеп алдырған ауылда йәшәүсе уҡыусыға тәтене. Уның турала мәғлүмәтте журналдың беренсе битендә үк уҡырһығыҙ. Әй, онотоп торабыҙ, беҙҙең еңеүселәр араһында планшет, смартфон һәм журналдың фирма сәғәттәрен отоусылар ҙа бар! Улар тураһында ла ошо һанда белерһегеҙ.
Шулай уҡ был һанда “Оҫтахана”, “Ай, һылыу!” конкурстары еңеүселәре, “Бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа!” акцияһында ҡатнашыусылар тураһында ла мәғлүмәт тупланған. Әйткәндәй, 1-се һанда баҫылған ҡайһы бер мәҡәләләр күптән сайтта донъя күрҙе бит әле! Даян Мәжитовтың “Сусҡа ни өсөн хәрәм?” мәҡәләһе, “Мәңгелек сер”ҙән – Самира исемле ҡыҙҙың “Хәләл осрашайыҡ!” тип аталған йөрәк сере һеҙгә оҡшар, фәһемле булыр, тип ышанабыҙ.
Яңы йылда яңы рубрика булһын тинек тә, “Замана балалары” тигәнде асып ебәрҙек. Миләүшә Баййегетова әҙерләгән “Беҙ – миллениалдар” мәҡәләһе замана балалары, үҫмерҙәр тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тупланған. Журналды алғас та асып уҡығыҙ!
Һеҙ ҡасан да булһа бөркөт менән һунар иткән кешене күргәнегеҙ бармы? Шағирә Тамара Ғәниеваның күргәне бар! Хатта ул шундай “текә” башҡорт һунарсыһы менән әңгәмә ҡороп та өлгөргән. Ни өсөн хәҙер һунарға йыртҡыс ҡошто алып сыҡмауҙары тураһында уның “Һунар” әҫәрендә уҡырһығыҙ.
Был һанда шағир, драматург һәм журналист ағайыбыҙ Салауат Әбүзәров та үҙенең бала саҡ хәтирәләре менән бүлеште. “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында ул нисек итеп картуф баҡсаһы артында һаҙлыҡҡа батыуы, дуҫ-иштәренең һыналыуы тураһында бәйән итә. Әйткәндәй, Салауат ағайығыҙ мәктәптә уҡығанда уҡ шундай һен ҡатҡыс шиғыр яҙған – хатта уҡытыусылар уның әҫәрен “Ғабдула Туҡайҙыҡы” – тип уйлағандар. Мәҡәләнең аҙағында ул шиғыр юлдары ла бирелгән, уҡымайынса үтмәгеҙ.
Моғайын һеҙ телевизорҙа Беренсе каналдан “Тауыш” проектын ҡарағанығыҙ барҙыр. Рушана Вәлиеваның исемен ишетмәгән кеше һирәктер. Ә һеҙ Рушанаға ағаһының гитарала уйнарға өйрәтеүе, Ҡыш бабайҙан скрипка һорауы тураһында беләһегеҙме? “Аманат йондоҙлоғо”нда йәш йондоҙ менән әңгәмә, ә журнал уртаһындағы постерҙа уның матур ғына фотоһы донъя күреп килә. Көтөгөҙ!
Ошо урында беҙ журналдың беренсе һанына күҙәтеүҙе туҡтатып торайыҡ. Юғиһә, һәр мәҡәләне барлап яҙғанда уның ҡыҙығы бөтә бит.
Читайте нас: