-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2019, 18:05

Кемдер – Ҡырымға, кемдер – Талҡаҫҡа

Ҡырымға барыусы балаларға документтар юллау башланды. Диңгеҙ буйына балаларҙы 20 февралдән ебәрә башлаясаҡтар.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яңыраҡ Сибайҙан 500 баланың Ҡырым Республикаһы шифаханаларына ял итергә һәм һаулығын нығытырға барасағы тураһында хәбәр иткәйне.
Әлеге ваҡытта Сибайҙа медицина ярҙамына мохтаж балалар өсөн Ҡырымда һәм Башҡортостандағы шифаханаларға йүнәлтмәләр юллау башланған. Диңгеҙ буйына балаларҙы 20 февралдән ебәрә башлаясаҡтар.
Һаулыҡ һаҡлау министрының урынбаҫары Динара Йәнекәйева хәбәр итеүенсә, ял йорттарына Иҫке Сибай, Хәсән һәм башҡа карьерҙан алыҫ булмаған ауылдарҙан 7 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге балалар, шул иҫәптән үпкә ауырыуы менән яфаланыусылар барасаҡ.
Ата-әсәләрҙән йәмғеһе 371 ғариза ҡабул ителгән, шуларҙың 140-ы балаларын алыҫ Ҡырымға ебәреүгә ҡаршы, республика шифаханаларында ял итеүҙе хуп күрә. Улар өсөн “Талҡаҫ” шифаханаһында урындар буласаҡ.
Читайте нас: