+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2019, 19:01

Һаҡ булығыҙ грипп! Сусҡа һәм гонконг вирустары беҙгә килеп еткән.

Өфө халҡының грипп һәм ОРВИ менән сирләүе эпидемиксиктән 11 процентҡа юғары, тик белгестәр әлегә эпидемия иғлан итмәйҙәр.

Грипп ауырыуын нисек танырға? (kp.ru сайтынан алынған)
Грипп ауырыуын нисек танырға? (kp.ru сайтынан алынған)
Роспортребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы башлығы Евгений Степанов хәбәр итеүенсә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр һаны 22 меңгә еткән. Уның 62% өс йәштән алты йәшкә тиклемге балалар. Лабораториялағы тикшереүҙәргә ярашлы, сусҡа һәм гонконг грипп вирусы 140 кешелә табылған.
Өфө халҡының грипп һәм ОРВИ менән сирләүе эпидемик сиктән 11 процентҡа юғары, тик белгестәр әлегә эпидемия иғлан итмәйҙәр, сөнки республикала был сир менән ауырыусылар һаны куп түгел. Шул уҡ ваҡытта, Роспотребнадзор хәбәр иттеүенсә, Европа илдәрендә грипп менән сирләүселәр һаны артҡандан арта бара. Рәсәй Федерацияһында ла был ауырыу күп кешеләрҙе аяҡтан йыға башлаған. Бөгөн илден 23 субъектарында грипп һәм ОРВИ эпидемик сиге юғары булыуы теркәлгән.
Белгестәр фаразлауынса, беҙҙә киҙеү эпидемияһы февраль-март айҙарына тура киләсәк.
Читайте нас: