+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2019, 14:07

Башҡортостан мәктәптәре биш көнлөккә күсә?

«Беҙҙең уҡыусы балалар ныҡ йонсойҙар, шуға күрә бындай сара бик урынлы» тип һанай Радий Фәрит улы Хәбиров.

автор фотоһы
автор фотоһы
Бөгөн Өфөлә «Үргә ос» тип аталған беренсе мәктәп белеме форумы үтә. Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика мәктәптәрен биш көнлөк уҡыу программаһына күсерергә тәҡдим итте.
«Беҙҙең уҡыусы балалар ныҡ йонсойҙар, шуға күрә бындай сара бик урынлы», - тип һанай Радий Фәрит улы.
Шәмбе көндәре иһә уҡыусылар тик йоҡлап ятмайасаҡтар, ә төрлө осорашыуҙарҙа, ярыштарҙа ҡанашасаҡтар.
Матди яҡтан уҡытыусылар ҙа юғалтыу кисермәйәсәктәр.
Читайте нас: