Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы үҙендә Хабаровсктан «Амур» хоккейсыларын ҡаршы алды.
Беҙҙең команданың был осорашыуы эксперимент тип әйтһәк дөрөс булыр ул. Кайһы бер оҫта уйнаған хоккейсылар йәрәхәтләнгәнгә күрә йәштәргә үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинселек бирелде. Беренсе тапҡыр боҙга дүртенсе звенола торған Глеб Кузьмин сыҡты. Ә уйынға күҙ һалһаҡ голдар түбәндәге хоккейсылар индерҙе.
«Салауат Юлаев» (Өфө) – «Амур» (Хабаровск)
0:1 (01:34) – Данил Фәйзүллин (Павел Дедунов, Игорь Величкин);
1:1 (17:57) – Владимир Жарков (Максим Майоров, Александр Кадейкин);
2:1 (45:10) – Дмитрий Кугрышев (Владимир Жарков, Александр Кадейкин);
3:1 (51:41) – Александр Кадейкин (Владимир Жарков);