Башҡортостан мәктәптәре бишкөнлөк уҡыу системаһына күсеүен ижтимағи ойошмалар һәм республика мәктәп директорҙары корпусы ыңғай ҡабул итте. Был хаҡта «Үргә ос» тип аталған беренсе мәктәп белеме форумы тамамланғас та Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров журналистарға әйтте.
Хәҙер был эш өстөндә мағариф министрлығы белгестәре ентекле эш башламаҡсы. Мәктәптәргә яңы системаға нисек һәм ҡасан күсеү хаҡында, уҡыу-уҡытыу процесын үҙгәртеү буйынса кәңәштәр тиҙ арала әҙер булыр тип ышанабыҙ.
Шәмбе көндәре актив рәүештә мәҙәни ойошмаларҙың һәм спорт объекттарының эшләп тороуы мотлаҡ. Уҡыусылар төрлө осорашыуҙарҙа, ярыштарҙа ҡанашасаҡтар.
Матди яҡтан уҡытыусылар юғалтыу кисермәйәсәктәр.