Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың мәктәп директорҙары менән аралашҡандан һуң урта белем биреү уҡыу йорттарының ижади коллективтарына 30 миллионлыҡ грант бүлеү ҡарар иткән. Мәктәп директорҙары шашки һатып алырға ла аҡса юҡ, балалар пластик һауыттарҙың ҡапҡастары менән шашки уйнап өйрәнәләр тип бәйән иттеләр юғары етәксегә.
Республиканың уҡыу йорттарында төрлө ижади коллективтар эшләп килә. Күптәренә матди ярҙам мотлаҡ. Бюджетта был маҡсатҡа 30 миллион һум аҡса ҡаралған һәм Радий Фәрит улы әйтеүенсә мағариф министрлығы был йылдан алып ярҙам күрһәтә башлай. Мәктәптәрҙең бейеү коллективтары, театр студиялары, музыкаль ансамбль йәки башҡа түңәрәктәре грантарға ябай формалағы ғариҙа яҙып был матди ярҙамды алырға тейеш.
Шулай уҡ Радий Хәбиров мағариф министрлығына уҡыусыларҙың мәҙәни яҡтан үсешеү программаһын эшләргә ҡушҡан. Уның фекеренсә уҡыусының йылына бер тапҡыр театрҙа, ике тапҡыр музейҙа булыуы мотлаҡ.