+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2019, 17:18

Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары «Үргә ос» проектының беренсе ҡатнашыусылары

«Үргәос» беренсе мәктәп белеме форумы проектына ярашлы 1 сентябрҙән республикабыҙҙың11 урта белем биреү уҡыу йорттарының өлкән класс уҡыусылары был проектпрограммаһы буйынса белем ала башлайҙар.

«Үргә ос» беренсе мәктәп белеме форумы проектына ярашлы 1 сентябрҙән республикабыҙҙың 11 урта белем биреү уҡыу йорттарының өлкән класс уҡыусылары был проект программаһы буйынса белем ала башлайҙар. Рәми Ғарипов исемендәге беренсе һанлы Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары беренселәрҙән проектың модулдәрен үҙләштерәсәк.

Ғарипов исемдәге гимназия директоры Ләйсән Фазлетдинова «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә яңы проект 10 һәм 11 класс уҡыусылары өсөн айырым бүленгән. Гимназистарға донъя үҙгәрештәренә ярашлы белем биреү мотлаҡ.

Әйтергә кәрәк, проекттың ҡайһы бер модулдәре әлеге ваҡытта гимназияла киң ҡулланыла, шуға күрә киләсәктә лә был йүнәлештә бөтә эштәр уңышҡа өлгәшеүенә ышанабыҙ. Ике йыл буйына проекттың 10 модуле гимназияла үҙләштерәсәк. «Рулгә ултыр», «Бейе», «Дөрөҫ туҡлан», «Иркен һөйләш», «Спорт менән дуҫ бул», «Сәләмәт йылмайыу», «Шахмат уйна» һәм бынан тыш ғаиләне, тыуған яҡты, милли традицияларҙы, мәҙәниәтте өйрәнеү дәрестәрен, милли спорт төрҙәренә, робот техникаһына һәм IT-технологияларға ылыҡтырыуҙы үҙ эсенә ала.
Был пилотлы 11 урта белем биреү уҡыу йорттарындағы тәжрибә яҡын киләсәктә башҡа мәктәптәрендә ла үҙләштерәсәк.
Читайте нас: