Үткән аҙнала Башҡортостанда бишкөнлөк уҡыу программаһына күсеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ҡасан яңыса уҡый башлайбыҙ? Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевиденияһы каналында республика мәғариф министры Айбулат Хажин: «Башҡортостан мәктәптәре бишкөнлөккә 1 апрелдән күсә башлаясаҡ. Яңы дәрестәр теҙмәһе буйынса дүртенсе сиректә, каникулдан һуң уҡый башлайбыҙ. Күсеп өлгөрмәгәндәр иһә 1 сентябрҙән.
Матди яҡтан уҡытыусылар юғалтыу кисермәйәсәк. Шәмбеләге дәрестәр икенсе көнгә күсереләсәк, ә уҡыу йорттары етәкселәре санитар нормаларҙы тейешле үтәргә бурыслы».
Әңгәмә барышында мәғариф министры һәр предмет программаһы яңы системаға күскәндә уртаса ҡыҫҡартыла, шуға күрә бер дәресте лә ҡыҫҡартмайбыҙ, тип вәғәҙә итте.