-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2019, 13:06

Өфө мәктәптәренең бишкөнлөккә күсеү үзенсәлектәре

Бөгөнгө көндә Өфөлә бишкөнлөк дәрестәр теҙмәһе буйынса 57 133 уҡыусы белем ала. 60 869 уҡыусы аҙнаһына алты көн мәктәпкә йөрөй.

Өфө хаҡимиәтендә бишкөнлөккә күсеү хаҡында хәбәр иттеләр. Ҡала мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова дәрестәр теҙмәһенә түбәндәге үҙгәрештәр индерелә тине: 1 класс уҡыусылары өсөн көнөнә 4 дәрес, ләкин аҙнаһына бер таҡыр 5 дәрес ҡаралған. Яңы программаға ярашлы көнөнә 2-4 кластар 5 дәрес, 5-6 кластар 6 дәрес, 7-11 кластар өсөн 7 дәрестән дә күп булмасҡа тейеш. Икенсе сменала дәрестәр 19.00 сәғәттән дә һуң тамамланмаҫҡа тейеш.
Бөгөнгө көндә Өфөлә бишкөнлөк дәрестәр теҙмәһе буйынса 57 133 уҡыусы белем ала. 60 869 уҡыусы аҙнаһына алты көн мәктәпкә йөрөй.
Читайте нас в