Башҡортостан мәғариф министрлығы һәм Роспортребнадзорҙың төбәк буйынса идаралығы килешеүенә ярашлы мәктәптәрҙә грипп һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны 20 % юғары булһа карантин иғлан итәләр.
Өфөлә грипп һәм ОРВИ менән сирләүеселәр һаны эпидемик сиктән 21 %, республикала 28 % юғары.
Лабораториялағы тикшереүҙәргә ярашлы республикала сирләүселәрҙә “А” төркөмендәге грипп (53,2%) тәшҡил итә, шулар иҫәбенән сусҡа грипы вирусы берҙән өс өлөшөндә табылған.