Сибайҙан 50 бала 5 февралдә иртән Ишембай пульмонология шифаханаһына юлланды. Был турала муниципалитеттағы оператив кәңәшмәлә Сибай хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов хәбәр итте.
Балалар «ГАЗел»дәрҙә һәм Башҡортостан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында тәғәйенләнгән урынға — шифаханаға килеп етте.
Был — Сибай карьерынан 500 метр алыҫлыҡта урынлашҡан йорттарҙа, «зона-500» тип йөрөтөлгән урында йәшәгән балаларҙың тәүге төркөмө.
Ҡала халҡынан Башҡортостан шифаханалары буйынса 300-ҙән ашыу ғариза килде, тип билдәләне Сибай башлығы.
«Улар буйынса шөғөлләнербеҙ. Бынан тыш, «Танып» шифаханаһы етәксеһе «зона-500»-ҙән оло йәштәге 50 кешене бушлай ҡабул итергә әҙер. Юлламаларҙы 10 көнлөк өс өлөшкә бүлергә мөмкин, — тине Рөстәм Афзалов. — Ҡырым буйынса ғаризалар бик күп. Шуларҙан 261 ғариза әҙер. Беҙ оҙатыусылар (социаль хеҙмәткәрҙәр, медиктар) менән бергә 250-шәр кешелек ике заезд билдәләнек. Улар менән бергә бөтәһе 279 кеше. Мәсьәлә финанслау һәм транспорт буйынса тамамланыу алдында – республика фондында аҡса бар».
Сибай башлығы әйтеүенсә, баш тартыусылар ҙа бар – «зона-500»-ҙән 11 кеше Ҡырымдан да, Башҡортостан шифаханаларынан да баш тартты.