+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2019, 13:23

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа - 85 йәш!

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа - 85 йәш!

Журнал уҡыусы балалар исеменән хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙҙы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Башҡортостан халҡын, киләсәк быуын яҙмышын ҡайғыртҡан хәстәрлекле етәксе, оло йөрәкле шәхес Башҡортостандың беренсе Президенты булып тарихҡа инде. Ул республикаға ике тиҫтә йылға яҡын етәкселек итте. Мортаза Ғөбәйҙулла улы бөгөн дә республика файҙаһына эшләүен дауам итә.

Хоҙай һәр беребеҙгә шундай олпат йәшкә етергә һәм айыҡ аҡыллы, яҡты зиһенле булып ҡалырға, сафта булырға, кешеләргә изге кәңәштәр менән ярҙам итергә, тормош тәжрибәһе менән бүлешергә насип итһен.

Мортаза Ғөбәйҙулла улына ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, имен тормошта йәшәүен теләйбеҙ!
Читайте нас: