+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2019, 20:53

Халҡыбыҙҙың киләсәге ниндәй буласаҡ?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы»н бергәләп төҙөйөк тип мөрәжәғәт итте.

bashinform.ru фотоһы
bashinform.ru фотоһы
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы»н бергәләп төҙөйөк тип мөрәжәғәт итте.

- Милләттебеҙҙең киләсәген берәй 20, бәлки 50 йылдан һуң нисек күҙаллайһығыҙ? Халыҡ иҫәбе артырмы, кәмерме? Туған телебеҙҙә һөйләшеүселәр һаны менән ниcек булыр? Быуаттар үткәс тә башҡорт милләте булараҡ һаҡланып ҡалыу өсөн бөгөндән ҡул һыҙғанып тотонайыҡ! «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы»н бергәләп төҙөйөк! Милләтебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда. «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» проектын халҡыбыҙҙың оло йыйыны – V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына өлгөртөү мөһим. Документтың нигеҙен тәшкил итергә тейешле төп элементтарҙы, уның маҡсаттарын, шулай уҡ төҙөлөш механизмын эксперттар менән берлектә ябай халыҡ та билдәләй ала.
Тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресына көтөп ҡалабыҙ.
(347) 250-49-31 телефонына шылтыратырға, шулай уҡ мәғлүмәт аҫтында комментарий итеп ҡалдырырға мөмкин.
Тәғдимдәрегеҙҙе йәки эксперттарҙы ошо сайт аша ла яҙырға мөмкин http://strategy.bashkort.org/
Читайте нас: