+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2019, 14:34

Һәр мәктәпкә – теш дауалау кабинеты

Башҡортостан мәктәптәрендә уҡыусыларҙың 88 проценты теш ауырыуы – кариес менән яфалана. Һөт теше ауырыуы – 65 процент, теш ҡаҙнаһы ауырыуы (пародонт) – 82 процент.

Башҡортостан мәктәптәрендә уҡыусыларҙың 88 проценты теш ауырыуы – кариес менән яфалана. Һөт теше ауырыуы – 65 процент, теш ҡаҙнаһы ауырыуы (пародонт) – 82 процент. Бындай һандарҙы беҙгә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министерствоһы, мәктәптең теш табиптары мәғлүмәттәренә таянып, бирә.

Республикала бөтәһе 1318 мәктәп эшләй, унда 468 мең уҡыусы белем ала. Был мәктәптәрҙең 152-һендә теш дауалау кабинеттары бар (120 – ҡалала, 32 - ауылда).

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башланғысы менән 1 сентябрҙән эшләй башлаясаҡ «Үргә ос» яңы мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуленә ярашлы, республика мәктәптәрендә теш даулау кабинеттары булдырыласаҡ. Был инде, республиканың барлыҡ ҙур мәктәптәрендә лә теш дауалау кабинеттары асыласаҡ тигәнде аңлата. Ә тулы булмаған мәктәп (филиал) уҡыусылары үҙәк мәктәптәрҙең теш табибтарына график буйынса йөрөйәсәк.
Читайте нас: