-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2019, 11:28

Башҡорт теленең күп томлы академик һүҙлегенең исем туйҙары бөтә донъяла уҙғарыла

Башҡортостанда 2018 йылда Башҡорт теленең 10 томлы академик һүҙлеген сығарыу тамамланды. Төрки тел ғилемендә ошо дүрт телдәге уникаль аңлатмалы-тәржемәүи һүҙлектең аналогтары юҡ. Хеҙмәттең исем туйҙарын Мәскәүҙә, Ҡаҙағстанда Төрки академияһында, башҡа төбәктәрҙә үткәреү күҙаллана.

Башинформ фотоһы
Башинформ фотоһы
Башҡортостанда 2018 йылда Башҡорт теленең 10 томлы академик һүҙлеген сығарыу тамамланды. Төрки тел ғилемендә ошо дүрт телдәге уникаль аңлатмалы-тәржемәүи һүҙлектең аналогтары юҡ. Хеҙмәттең исем туйҙарын Мәскәүҙә, Ҡаҙағстанда Төрки академияһында, башҡа төбәктәрҙә үткәреү күҙаллана.
Проектты Рәсәй Фәндәр академияһы финансланы, республика ла нәшер итеүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Һүҙлектең һәр томында 12-13 мең һүҙ бар. Баҫманың тиражы — 10 мең дана. Һүҙлек юғары уҡыу йорттарына, китапханаларға, ведомстволарға таратыла. Проекттың шарттарына ярашлы, ул өс йылдан һуң ғына интернетҡа һалына.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты вәкилдәре ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы проекттар хаҡында һөйләне. Кисә «Башинформ» агентлығында 8 февралдә билдәләнгән Рәсәй фәне көнө уңайынан матбуғат конференцияһы уҙҙы.
Тел ғилеме бүлегендә ғалимдар яңы ҙур проектҡа — Башҡорт теленең этимологик һүҙлеген төҙөүгә тотонған.
«Әле Этимологик һүҙлектең беренсе томы өҫтөндә эшләйбеҙ, — тип хәбәр итте институттың ғилми етәксеһе, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Фирҙәүес Хисаметдинова. — Һәр халыҡтың донъяға ҡарашы үҙенсә. Башҡорттарҙың донъяға ниндәй күҙлектән ҡарауын тел аша өйрәнәбеҙ».
Көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге мөдире Әхәт Сәлихов «Башҡортостанда көнсығышты өйрәнеү» ғилми мәҡәләләр йыйынтығы нәшер ителеүе хаҡында һөйләне. Икенсе йыйынтыҡ Ризаитдин Фәхретдиновтың хеҙмәттәренә арнала. Әйткәндәй, быйыл уның юбилейы билдәләнә. Фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур Хөсәйенова 36 томлыҡ баҫма өҫтөндә эш алып барылыуын хәбәр итте, уның 15 томы донъя күргән дә инде. Әҙәбиәт ғилеме бүлегендә Башҡорт әҙәбиәте тарихының етенсе томы әҙерләнә.
Башҡортостандың тәүге академик учреждениеһы — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Башҡортостандың һәм башҡорттарҙың тарихын, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе. Институт ғалимдары төрлө йылдарҙа археология һәм этнография, әҙәбиәт һәм фольклор, башҡорт теленең тарихы һәм хәҙерге торошо тураһында ҙур хеҙмәттәр баҫтырып сығарҙы. Был материалдар Башҡортостан һәм Рәсәй фәнен һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙә ҙур роль уйнаны. Бөгөн институт федераль һәм республика әһәмиәтендәге ҙур ғилми проекттар өҫтөндә эшләй. Коллектив юғары квалификациялы төрлө быуын ғалимдарынан тора.

Читайте нас в