+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль 2019, 16:50

Бөгөн халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө

Балаларҙың китаптарға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уятыусы, уларға фәһемле китап бүләк итеүсе кешеләрҙе берләштергән билдәле дата бөгөн.

2012 йылдан алып 14 февраль көнөн белемгә ынтылыусы кешеләр Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө тип билдәләй. Балаларҙың китаптарға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уятыусы, уларға фәһемле китап бүләк итеүсе кешеләрҙе берләштергән билдәле дата бөгөн.
Был йоланы Америкала балалар китабы интернет сайтын ойоштороусы, өс бала әсәһе Эмми Бродмур донъя кимәленә сығарҙы. Эмминың бер улы, нишләп китап буләк итеү көнө юҡ тип һорағас, ҡатын блогерҙарға, социаль селтәрҙәр аша халыҡҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң 2012 йылдын 14 феврален Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө тип иғлан иттеләр. Шул мәлдән алып, был дата китап бүләк итеү көнө булып билдәләнә. Рәсәйҙә был инициативаны китапханалар үҙ итте.
Читайте нас: