+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2019, 18:09

Белоретта “Аманат” журналын яраталар

Белорет ҡалаһының 20-се мәктәбенең 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се синыфының башҡорт төркөмө уҡыусылары барыһы ла “Аманат” журналы алдыра!

Белорет ҡалаһының 20-се мәктәбенең 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се синыфының башҡорт төркөмө уҡыусылары барыһы ла “Аманат” журналы алдыра! Зәйнәб Кинйәбай ҡыҙы Собханғолова уҡытҡан был синыфтар башҡорт телен ентекләп өйрәнә. Урыҫ мәктәбендә уҡыһаҡ та, киләсәктә аралашыу өсөн беҙгә телде белеү мотлаҡ кәрәк, – ти уҡыусылар.

Зәйнәб Кинйәбай ҡыҙы кеүек телен һөйгән рухлы уҡытыусылар барында “Аманат”тың киләсәге лә яҡты булыр!

Дуҫтар! 2019 йылдың 2-се ярты йыллығына ваҡытынан алда осһоҙ хаҡҡа яҙылыу дауам итә! Бөтөн синыф менән яҙылыусы синыфҡа – Маҡтау билдәһе, ойоштороусыға (синыф етәксеһенә) – Рәхмәт кәлимәһе тапшырыласаҡ. Ярты йылға яҙылыу хаҡы 338 һум 40 тин.

Читайте нас: