+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2019, 17:00

Еңеүселәр иғтибарына!

“Аманат” журналының “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләренең 2018 йылғы еңеүселәре иғтибарына!

“Аманат” журналының “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләренең 2018 йылғы еңеүселәре иғтибарына!

2019 йылдың 19 февралендә Мифтахитдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты 2-се корпус бинаһында (Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 3 А.), сәғәт 12.00, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләре еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙғарыла.

Мостай Кәрим фонды етәксеһе Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова менән берлектә Яҙыусылар союзы һәм “Аманат” журналы ойошторған был сарала ҡатнашыу өсөн түбәндәге еңеүселәребеҙҙе саҡырабыҙ:

1. Динара НАСИРОВА, Ғафури районының Юлыҡ мәктәбе уҡыусыһы,

2. Сынтимер БИЛАЛОВ, Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы,

3. Нәсимә НӘБИУЛЛИНА, Әбйәлил районың Яңы Балапан мәктәбе уҡыусыһы;

4. Йәмил СӘЙҘӘЛИЕВ, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусыһы,

5. Айгөл ДАУЫТОВА, Бөрйән районының Яуымбай мәктәбе уҡыусыһы,

6. Гөлсәсәк САҘРЫЕВА, Cаҡмағош районының Яңы Ҡото мәктәбе уҡыусыһы,

7. Надежда ЦАРАБАЕВА, Бүздәк районының Иҫке Боғаҙы мәктәбе уҡыусыһы,

8. Нурсилә ӘХМӘТОВА, Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы;

9. Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА, Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы,

10. Тамсы ҮТӘБАЕВА, Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы,

11. Зарема ШӘЙХЕТДИНОВА, Әбйәлил районы Рауил мәктәбе уҡыусыһы,

12. Йәмилә ЯҠУПОВА, Салауат районының Янғантау мәктәбе уҡыусыһы,

13. Йәнгүзәл ҠАҺАРМАНОВА, Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы,

14. Зөлхизә УСМАНОВА, Бөрйән районының Яуымбай мәктәбе уҡыусыһы,

15. Алһыу МЕДВЕДКОВА, Баҡалы ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы,

16. Алмас Ильясов, Бишбүләк районының Айыт мәктәбе уҡыусыһы,

17. Розалия Сабитова, Өфө ҡалаһының 16-сы гимнзияһы уҡыусыһы,

18. Айгүзәл Мөхәмәтйәнова, Ейәнсура районының Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы,

19. Айназ Мәхийәнов, Ғафури районы Красноусол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы,

20. Азамат Ҡарағолов, Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.



Бәйләнеш өсөн телефон: 2777346, 89373473364
Читайте нас: