+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2019, 17:11

Радий Хәбиров йәштәр менән бер тиң һөйләшәсәк

21 февраль Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәштәр менән осорашыү үткәрә.

21 февраль ВДНХ-Экспо бинаһында утәсәк «Башҡортостан оло мөмкинселектәр ере» тип аталған йәштәр йыйылышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров егеттәр һәм ҡыҙҙар менән бер тиң диалог алып барасаҡ.
Был сарала республика ҡала һәм райондарынан килгән йәштәр ойошмалар етәкселәре, ғалимдар, студенттар, уҡыусылар, спортсылар Радий Фәрит улына үҙҙәренең ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итәсәк, борсоған һорауҙарын бирәсәк һәм йәштәргә нисек ярҙам итеү хакында уй-фекерҙәре менән бүлешәсәк.
Әйтергә кәрәк, был осорашыу «Тиң диалог» федераль проектына ярашлы уҙғарыла һәм республиканың йәштәр сәйәсәтен кәрәкле йүнәлештә йәләп итеү маҡсатында ойошторола.
Осорашыуға оло эшкә тотонорлоҡ йәштәр саҡырыла. Регистрацияны түбәнге ссылка буйынса үтеп була https://myrosmol.ru/event/23095.
Ниндә мәсьәлә күтәрелеүе хаҡында анкетанын махсус урынына яҙып куйыуығыҙ һорала. Шулай уҡ #Молодёжьоглавном #МолодёжьБашкортостана хештегтары буйынса социаль селтәрҙә лә ҡатнашырға ризалығыҙҙы белдереп була.
Осорашыу: 21.02.2019 й.
Урыны: Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 158 (ВДНХ-Экспо).
Һорауҙарығыҙ ҡалһа колл-центр телефоны аша бирә алаһығыҙ: +7 (347) 246-56-31.
Читайте нас: