+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2019, 20:36

"Аманат" журналы Баймаҡ районында

15-16 февралдә "Аманат" журналының бүлек мөхәррире Миләүшә Баййегетова Баймаҡ районының Юлыҡ, Йомаш мәктәптәрендә һәм Баймаҡ лицей-интернатында осрашыу үткәрҙе.

15-16 февралдә "Аманат" журналының бүлек мөхәррире Миләүшә Баййегетова Баймаҡ районының Юлыҡ, Йомаш мәктәптәрендә һәм Баймаҡ лицей-интернатында осрашыу үткәрҙе.

Осрашыуҙа ул Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы, журналдың йәш хәбәрсеһе Наҙгөл Күсәрбаеваға "Игеҙәктәр- ғаиләлә биҙәктәр" конкурсында еңеүе өсөн Маҡтау билдәһен, "Оҫтахана" конкурсында еңеүе айҡанлы, "Аманат"тың фирма сәғәтен һәм Маҡтау билдәһен, тағы ла ҡышҡы каникул ваҡытында ойошторолған "Мөғжизәле был миҙгел" конкурсына иң күп фотоһүрәт ебәргәне өсөн, Маҡтау билдәһе һәм Айгиз Баймөхәмәтовтың "Урам балалары" китабын тапшырҙы.

Шулай уҡ ул Юлыҡ мәктәбенә һуғылып, ошо мәктәптә белем алыусы Кәримә Баййегетоваға "Яҙыл да, бүләк от!" уйынында отҡан сәғәтен һәм Рәхмәт кәлимәһен тапшырҙы.

"Оҫтахана" конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн "Аманат"тың Рәхмәт кәлимәһенә менән Әҙеһәм Әлибаев исемендәге Йомаш мәктәбе уҡыусыһы Фәнзил Ҡунысбаев та бүләкләнде. Афарин, баймаҡтар!

Дуҫтар! 1 февралдән "Аманат"ҡа 2019 йылдың 2-се ярты йыллығына арзаныраҡ хаҡҡа алдан яҙылыу башланды. Ул 31 мартҡа тиклем дауам итә. Шуныһына иғтибар итегеҙ: журналға ошо арала яҙылып өлгөрһәгеҙ, уның хаҡы ярты йылға - 340 һум 08 тин тәшкил итә. 1 апрелдән хаҡы арта. Шуның өсөн февраль-март айҙарында яҙылып ҡалыуығыҙ отошлораҡ булыр.

Ашығығыҙ, "Аманат"лы булығыҙ!
Читайте нас: