+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2019, 14:46

Егеттәр Ватанға хеҙмәт итә.

Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбендә хәрби-патриотик айлыҡ программаһына ярашлы 8, 9, 10 класс егеттәре өсөн “Армияла бер көн” ойошторолдо.

16-17 февраль Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбендә хәрби-патриотик айлыҡ программаһына ярашлы 8, 9, 10 класс егеттәре өсөн “Армияла бер көн” ойошторолдо. Командир ағайҙар төҙөгән расписание буйынса йәш һалдаттар тәүге көндә устав минимумын өйрәнде, хәрби кейемде тейешенсә ҡарап йөрөтөргә, казармала һәм ашханала нарядта торорға ла өлгөрҙө. Противогаз һәм үҙҙәре яһаған ағас автоматтар менән ҡоралланған буласаҡ ил һаҡсылары тигеҙ сафҡа теҙелеп атлауҙа һәм пневматик винтовканан сәпкә атыуҙа ла һынатманы. Медицина буйынса әҙерләнгән лекция ла егеттәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Иртәнге 7-лә дневальныйҙың көслө “Подъем!” командаһы менән койкаларынан һикереп торған һалдаттар һанаулы секундтар эсендә кейенеп, саф һауаға зарядкаға сығып та йүгерҙе. Йыуынып, форманы һәм бүлмәләрҙе тәртипкә килтергән уҡыусылар майлы һалдат бутҡаһы менән билбау аҫтын нығытып алып иртәнге занятиеларға тотоноп китте. Егеттәрҙе сыҙамлыҡҡа һынаусы марш-бросок ысын мәғәнәһендә был сараның кульминацион өлөшө булып торҙо.

Талапсан командир ағайҙар иғтибарынан бер генә етешһеҙлек тә ситтә ҡалманы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек тарафынан көтөп алынған был саранан ҡайһы бер иптәштәрҙең ҡасып ҡалыуы беҙҙе борсоуға һала.

Егеттәрҙе ысын һаҡлаусы, яҡлаусы итеп тәрбиәләүгә йүнәлтелгән был эштең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ошо кескәй генә осҡондан дәрт алған буласаҡ һалдаттар ысын әрме мәктәбен лайыҡлы үтерҙәр, тормош юлында ла һынатмаҫтар тип ышанғы килә.

17 февраль 2019 йыл. Ғәликәев Ш. Ю.

Мөхәмәтғәлин Р. Р.

Боҫҡонов З. Ғ.
Читайте нас: