+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2019, 22:12

Бында ижад тантана итте

Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылған еңеүселәребеҙҙе – уҡыусы балаларҙы ҡотларға оло әҙиптәребеҙ, мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙ килгәйне.

Билдәле булыуынса, “Аманат” журналы редакцияһы Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһе ойошторғайны. Конкурстың тәүге өлөшө үткән йыл аҙағында тамамланды (еңеүселәр исемлеген журналдың 2018 йылдың 12-се һанында иғлан иттек).
“Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләренең еңеүселәрен тәбрикләү һәм бүләкләү тантанаһы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының матур Аҡ залында үтте. Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылған еңеүселәребеҙҙе – уҡыусы балаларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын, ата-әсәләрен – ҡотларға оло әҙиптәребеҙ, мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙ килгәйне: Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе, Мостай Кәримдең ҡыҙы – Әлфиә Кәримова, “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, сатирик Марсель Сәлимов, яҙыусы, шағирә, Салауат Юлаева ордены кавалеры Гөлнур Яҡупова, шағир Салауат Әбүзәров, һ.б.
Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ булһын! Башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарыусы “Саптар” этно-төркөмө һәм Бөтә Рәсәй "Йондоҙлоҡ" бәйгеһе еңеүсеһе, “Аманат” журналының йондоҙо Зарема Шәйхетдинова сараға йәм өҫтәне. Зарема йырға ла, шиғыр яҙырға ла маһир ҡыҙ булып сыҡты. Ул – шиғриәт бәйгеһе еңеүсеһе лә.
– Ижадты яратҡан, матурлыҡҡа ынтылған балаларға Мостай олатайығыҙҙың бүләге итеп ҡабул итегеҙ, – тип, Мостай Кәрим исемендәге фонд рәйесе Әлфиә Мостай ҡыҙы еңеүселәрҙең барыһына ла ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Бүләктәрҙең дә ниндәйе бит әле – ноутбук, планшеттар, электрон китаптар, Маҡтау билдәләре, Рәхмәт кәлимәләре һәм М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, шағир Салауат Әбүзәровтың үҙ ҡулдарынан автографлы китаптарын алыу – уҡыусы өсөн мәңге онотолмаҫ, ғүмерлек иҫтәлектер. Әҙәби ижад менән шөғөлләнеүсе балалар йөрәгенә шатлыҡ нуры сәсеүсе был сара барыһы өсөн дә ысын мәғәнәһендә күңел байрамы булды.
Уҡыусылар киләсәктә ниндәй генә һөнәр кешеләре булһалар ҙа, ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә илебеҙҙең, телебеҙҙең бәҫен күтәреүсе шәхестәр булып үҫһендәр, башҡорт мәҙәниәтенең, журналистикаһының яҡты йондоҙҙары булып янһындар ине тигән теләктә ҡалабыҙ.
Ижадсы балалар күңелен үҫтереп, уларға ҡиммәтле бүләктәр биргән, сараны ойоштороуҙа беҙгә оло ярҙам күрһәткән, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримоваға “Аманат” журналы редакцияһының рәхмәте сикһеҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, изге эшендә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Бәйгенең икенсе өлөшө еңеүселәре Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулған йыл ахырында иғлан ителәсәк. “Аманат” журналын уҡыусы балаларға быйыл да әүҙем булырға, ижади бәйгенән ситтә ҡалмай, дәррәү ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Әйткәндәй, фотоларҙы беҙ “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙә айырым альбомға һалдыҡ. Бына уға һылтанма - ФОТОЛАР
Читайте нас: