Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын, Йыямын да — йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен: Бер телдән дә телем кәм түгел — Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер тик уны кәм күңел!.. Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле, Унан башҡа минең илем юҡ; Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ, Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ, Йөрәгендә халҡы булмағандың