+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2019, 12:41

Данлыҡлы актриса Гөлли Мөбәрәкова арабыҙҙан китте...

83-се йәшендә күренекле актриса, СССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт преияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Гөлли Мөбәрәкова вафат булды.

20 февралдә СССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт преияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Гөлли Мөбәрәкова вафат булды.

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы 1936 йылда Өфө ҡалаһында донъяға килгән. Луначарский исемендәге Мәскәү дәүләт театр техникумын тамамлағас ул тыуған ҡалаһына ҡайтып, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрына эшкә урынлаша. Бөтә ғүмерен сәхнәгә, театр эшенә бағышлаған актриса уҡытыусы һәм режиссир ҙа булды.

Талантлы актрисаның донъянан китеүе Башҡортостан һәм Рәсәй мәҙәниәте, театр сәнғәте өсөн ауыр юғалтыу. "Аманат" журналы мөхәрририәте Гөлли Арыҫлан ҡыҙының яҡындарының, уның ижадын яратҡан бихисап тамашасының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Читайте нас: