+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль 2019, 13:05

Иғтибар! Интернет-конкурс!

“Аманат”ҡа дан йырлаған өр-яңы интернет-конкурсыбыҙҙы башлайбыҙ, дуҫтар!

“Аманат”ҡа дан йырлаған өр-яңы интернет-конкурсыбыҙҙы башлайбыҙ, дуҫтар! “Аманат”ҡа – мәҙхиә!" тип атала ул. Тик “Аманат”ҡа ғына бағышланған үҙенсәлекле шиғырҙар, ҡыҙыҡлы иншалар, әкиәттәр, мәҡәләләр, елле фотоһүрәттәр көтөп ҡалабыҙ һеҙҙән!

Ебәрелгән материалдарҙың барыһы ла “Бәйләнештәге” төркөмдә, иң яҡшы тип табылған әҫәрҙәр, фотоһүрәттәр журнал биттәрендә донъя күрәсәк. 1-се, 2-се, 3-сө урындар билдәләнгән. Еңеүсе авторҙарға редакцияның Маҡтау билдәләре тапшырыласаҡ. Конкурс еңеүселәрен 4-се мартта иғлан итәсәкбеҙ. Барығыҙҙы ла әүҙем булырға, конкурста ҡатнашып, еңергә саҡырабыҙ! Йәш сикләүҙәре юҡ.

Һеҙҙән хаттар көтөп, “Аманат” журналы редакцияһы.


Читайте нас: